Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 21:40

Иреш-талаш бәләгә килтергән

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә үҙәк клиник дауахананан бысаҡ менән яраланған 35 йәшлек ирҙе килтереүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Хәл-ваҡиға урынына оператив төркөм бара.

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә үҙәк клиник дауахананан бысаҡ менән яраланған 35 йәшлек ирҙе килтереүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Хәл-ваҡиға урынына оператив төркөм бара. Полицейскийҙар ҡазаланыусының ҡатыны һәм ҡыҙы менән ҡалала йәшәүе тураһында белә. Ир менән ҡатын араһында бығаса йыш ҡына үҙ-ара иреш сыҡҡан һәм хатта ҡул күтәреүҙәр менән тамамланған булған. Ҡатын бер нисә тапҡыр полицияға хәбәр итә, әммә ирҙең өгөтләүе арҡаһында ғаризаларын кире ала. 7 октябрҙә саманан тыш иҫереп ҡайтҡан ир өйѳндә мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға тотона. Ҡатынына бер нисә тапҡыр һуҡҡандан һуң, уны ҡурҡытыр өсөн өҫтәлдәге бысаҡты ҡулына ала. Артабанғы иреш-талаш ваҡытында ир бысаҡ менән яралана. Ҡатын тиҙ ярҙам машинаһын саҡырта. Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Читайте нас: