Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 11:24

“Квалификациялы кадрҙар мәсьәләһе ҙур”

“Квалификациялы кадрҙар әзерләү мәсьәләһе Рәсәй өсөн киҫкен тора. 2030 йылға саралар күрелмәһә, кадрҙар дефициты яҡынса 3 миллион кеше тәшкил итәсәк. Был, үҙ сиратында, Рәсәй иҡтисадын йөҙҙәрсә миллиард доллар югалтыуҙарға килтереүе мөмкин”, - тип белдерҙе ил президенты Владимир Путин.

Рәсәй Президенты әйтеүенсә, кадрҙар әҙерләү һәм белгестәр дефициты проблемаһы Рәсәй өсөн генә түгел, донъя баҙары өсөн хас күренеш. “Был хәл беҙҙең күршеләргә һәм төп партнерҙарыбыҙға – көнбайыш Европаның үҫешкән илдәренә дә ҡағыла. Был проблемалар тураһында яҡшы беләбеҙ. Рәсәй өсөн ул ярайһы уҡ киҫкен тора”, - тине Путин WorldSkills Hi-Tech-2019 Милли чемпионатында ҡатнашыусылар менән видеоконференция барышында.
“Әгәр беҙ бу мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса актив эшләмәһәк, шул уҡ сит илдәрҙең авторитетлы сығанаҡтары килтергән мәғлүмәттәр буйынса, 2030 йылға кадрҙар ҡытлығы беҙҙә яҡынса 3 миллион кеше тәшкил итәсәк. Был беҙҙең өсөн бик күп”, - тине Рәсәй лидеры.
#ВладимирПутин
Читайте нас: