Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса “Эко-Сити” төбәк операторы яңы техника менән тәьмин ителде. Был эш “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Яңы техникалы булыу төбәк операторына халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Бындай эшмәкәрлек – “Экология” милли проекты күрһәткестәренә етеүгә ныҡлы этәргес, маҡсатҡа өлгәшеүҙең төп нигеҙе.
“Эко-Сити” төбәк операторы 32 берәмек яңы техника алды. Уларҙың 15-е республиканың көньяҡ райондарын (Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Миәкә һ.б.) хеҙмәтләндерәсәк. Яңы техника төрҙәрен күрһәтеү яҡын арала “Ҡыҙыл пролетарий” майҙансығында үтәсәк.
Хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Башҡортостанда милли проекттарҙың үтәлешен тикшереү маҡсатында Федераль мониторинг төркөмө булып китте. Уның йомғаҡлау ултырышында “Экология” мәсьәләләре буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Дмитрий Ламейкин һөйләне. Ул сығышында бөтә илдәге проблемаларға ла туҡалды. Депутат медицина ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләһенә ныҡлы туҡталды. Ул республикала сүп-сарҙың айырым йыйылыуы, төбәк операторҙарына техника алыуҙа ярҙам итеү, “ҡыҙыу линия” ойоштороу кеүек эштәрҙе өлгө итеп ҡуйҙы.
“Йыл башынан төбәк операторҙарына ҡырҡ меңдән ашыу кеше төрлө һорауҙар, тәҡдимдәр, ялыуҙар менән шылтыратҡан, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ыңғай хәл ителгән”, – тине депутат.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан