Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Хѳкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, киләсәктә тѳбәктә ѳр-яңы байрам – Милли костюм кѳнѳ билдәләнәсәк.
Был йәһәттән документтар ҙа әҙер икән. Иҫтәлекле датаны йылына ике тапҡыр – апрелдең ѳсѳнсѳ һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәреү планлаштырыла.
“Беҙҙең республикала 164 милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ тарихы һәм мәҙәниәте. Башҡортостан халыҡтарының милли костюм байрамы ата-бабалар мираҫын барларға, йәш быуынға әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тѳшѳндѳрѳргә ярҙам итер,” - тине тѳбәктең беренсе вице-премьеры.