Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 20:40

Сәфәр эшлекле шарттарҙа үтте

Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев килде. Республика һәм дәүләт программаларының маҡсатҡа ярашлы эш барышы, күп ҡатлы йорт алды биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре менән танышыу, торлаҡкоммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләргә бәйле һорауҙар менән хәбәрҙар булыу сәфәрҙең маҡсаты булып торҙо.

Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев килде. Республика һәм дәүләт программаларының маҡсатҡа ярашлы эш барышы, күп ҡатлы йорт алды биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре менән танышыу, торлаҡкоммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләргә бәйле һорауҙар менән хәбәрҙар булыу сәфәрҙең маҡсаты булып торҙо. Министр, тәү сиратта, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вячеслав Калугин һәм “Водоканал” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Владимир Пахомов менән Артамонов урамында урынлашҡан һыу таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны. 1982 йылда, 60-сы йылдар аҙағындағы проект нигеҙендә төҙөлгән комплекс һәр яҡлап та иҫкергәнлеге билдәле. Бѳгѳнгѳ көндә 1,5 млрд. һумлыҡ заманса һыу таҙартыу ҡоролмаһы төҙөү өсөн проект әҙерләнгән. Ул әлеге урындан һигеҙ саҡрым йыраҡлыҡта урынлашасаҡ һәм бөтә санитар-техник нормаларға ярашлы итеп төҙөләсәк. Проект дәүләт экспертизаһын үткән. Геройҙар аллеяһындағы үҙгәрештәр менән танышты министр. Халыҡтың күпләп ял иткән урынындағы Мәңгелек уттың тирә-яғын ыңғай баһаланы. Шулай уҡ “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы эштәр атҡарылғандан һуң, В. Блюхер һәйкәле һәм Граждандар һуғышы ҡорбандары стелаһындағы үҙгәрештәргә байҡау яһаны, ҡала Мәҙәниәт һарайы артындағы “Еңеүҙең 70 йыллығы” скверын ҡараны, кәңәштәр бирҙе. Борис Владимирович ҡаланың Крупская урамында төҙөлгән яңы балалар майҙансығына, “Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау” программаһына ярашлы Алексеев урамындағы йортта барған ремонт эштәренең сифатына баһа бирҙе, шулай уҡ Октябрҙең 50 йыллығы урамында яңы төҙөлгән 52- се йортто һәм уның эргәһендәге балалар майҙансығының торошон ҡараны. Ул ремонт эштәренән һуң ҡарайып ҡалған тирә-яҡты подрядсыларға йәшелләндереү өҫтөндә эшләргә, провайдерҙарға подъездарҙағы кабель-каналдарҙы һәм сымдарҙы махсус ҡумталарға урынлаштырырға кәрәклеген билдәләне. Борис Беляев, Башҡортостан Республикаһының Спорт көрәше федерацияһы президенты булараҡ, республикала грек-рим көрәшен үҫтереү маҡсатында “Металлург” стадионында ҡала спорт мәктәбенең көрәшселәре һәм тренерҙары менән дә осрашты. Һөйләшеү барышында ул Белорет спортсыларының Рәсәй һәм Халыҡ-ара чемпионаттарҙа һәр саҡ пьедесталдың юғары баҫҡысын яулауҙарын билдәләп үтте. Әлеге көндә спорт мәктәбенең грек-рим көрәше секцияһында 300-ләп спортсы шөғөлләнә. Бынан тыш йәнә лә 22 секция эшләй. Әммә тап грекрим көрәше буйынса шөғөлләнергә теләүселәрҙең күплеген иҫәпкә алып, Белоретта айырым грек-рим көрәше мәктәбен асыу ҡаралған. Ул йыл башынан эшләй башлаясаҡ тип билдәләнде һәм киләсәктә Олимпия чемпиондарын тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылды. Шулай уҡ киләсәктә ҡалала Көрәш йорто төҙөү кәрәклеге тураһында ла һүҙ барҙы. Һуңынан Борис Владимирович спортсыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, уларҙың үтенестәрен иҫәпкә аласағын белдерҙе.
Читайте нас: