Яңылыҡтар
5 Ноября 2019, 08:40

Үҙ теләге менән ҡайтһа, язанан ҡотоласаҡ

Башҡортостан тәфтиш комитеты ике улы менән юғалған Ѳфѳ кешеһе Артем Мазовты, үҙ теләге менән ѳйгә ҡайтһа, енәйәт язаһынан азат итәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан тәфтиш комитеты ике улы менән юғалған Ѳфѳ кешеһе Артем Мазовты, үҙ теләге менән ѳйгә ҡайтһа, енәйәт язаһынан азат итәсәк.
Хәтерегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, 26 октябрҙә ир 5 һәм 8 йәшлек улдары менән билдәһеҙ йүнәлештә китеп юғала. Һуңғараҡ 37 йәшлек ғаилә башлығының автомобилен Ѳфѳ санаторийҙарының береһе янындағы туҡталҡала табалар.
Бѳгѳнгѳ кѳндә эҙһеҙ юғалыусыларҙы тиҫтәләгән волонтер, ҡотҡарыусылар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй. 4 ноябрҙә эҙләүселәргә авиация ла ҡушылды.