Халыҡтың күпселеге һаулыҡ һаҡлауҙың, айырыуса түбәнге звеноның сифатынан ҡәнәғәт түгел. Дөйөм алғанда, уларҙың дәғүәләре дөрөҫлөккә тап килә, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Дәүләт советы Президиумының Светлогорскиҙа үткән киңәйтелгән кәңәшмәһендә.
“Урындағы власть, ҡулайлаштырыу алымдарына тотоноп, медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген ҡатмарлаштыра. Мәҫәлән, терапевт – күрше йортта, ә тар белгестәр ҡаланың икенсе яғында ғына түгел, хатта күрше районда урынлашҡан була”, – тине ул.
Владимир Путин кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы һанап сыҡты. Улар – амбулаториялар, поликлиникалар, район дауаханалары хеҙмәттәренән файҙаланыуҙа ҡыйынлыҡтар, дауахана биналарының иҫкереүе, ҡорамалдарға, кадрҙарға ҡытлыҡ.
“Әле һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу принциптары раҫланды. Улар нигеҙендә төбәктәр киләһе йылдың 10 ғинуарына тиклем үҙҙәренең программаларын эшләргә һәм 1 июлгә тиклем ҡабул итергә тейеш”, – тине Владимир Владимирович.