Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 19:55

Йөрәккә дәрт өҫтәүселәр

Яҡшы кәйеф - йәнгә лә, тәнгә лә дауа, тиҙәр. Тимәк, күңелде сағыу хис-тойғоларға байытыусылар беҙҙе йылмайтып ҡына ҡалмай, ә тормошобоҙҙо ыңғай тулҡынға көйләй, төшөнкөлөктән ҡотҡара, хатта сиреңде лә оноттора, әйтәгүр. Был йәһәттән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә етеүсе юҡ, әлбиттә. Уларҙың төп бурысы ла бит - тамашасыһын донъя мәшәҡәттәренән арындырыу, яҡшы кәйеф менән бүләкләү, йәшәйеште йәнлерәк, дәртлерәк итеү.

Яҡшы кәйеф - йәнгә лә, тәнгә лә дауа, тиҙәр. Тимәк, күңелде сағыу хис-тойғоларға байытыусылар беҙҙе йылмайтып ҡына ҡалмай, ә тормошобоҙҙо ыңғай тулҡынға көйләй, төшөнкөлөктән ҡотҡара, хатта сиреңде лә оноттора, әйтәгүр. Был йәһәттән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә етеүсе юҡ, әлбиттә. Уларҙың төп бурысы ла бит - тамашасыһын донъя мәшәҡәттәренән арындырыу, яҡшы кәйеф менән бүләкләү, йәшәйеште йәнлерәк, дәртлерәк итеү.
Октябрҙең һуңғы дүшәмбеһе Сосновка мәҙәниәт йортона йыйылыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә күңелле вә иҫтәлекле көнгә әйләнде. “Кәйеф оҫтаһы - 2019" клуб тибындағы ауыл учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ йәһәтенән район конкурсының II этабы төйәктең иң һәләтле, тапҡыр вә шаян мәҙәниәт хеҙмәткәрен асыҡларға ярҙам итте. Тулҡынландырғыс сара алдынан мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре алдағы йылға киң мәҙәни эш пландары менән таныштырҙы. Район кәңәшмәһенең тѳп темаһы булып 2020 йылда илебеҙҙә үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек, ойоштороу комиссияһының эше, тѳйәгебеҙҙә сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алыу торҙо. Бынан тыш, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ѳсѳн эштең инновацион формаларына, милли проект һәм мәҙәниәткә иғтибар йүнәлтелде; тематик пландарға, методик баҫмаларға байҡау яһалды.
Ике сәғәттәй барған семинар-практикумдан һуң, ниһайәт, “Кәйеф оҫтаһы - 2019” район конкурсы иғлан ителде.
Ярыштың I туры клуб хеҙмәткәренең үҙ эшенә ижади ҡарашы, инновацион алымдары тураһында презентациялар һәм видеояҙмаларҙан ғибәрәт булһа, II турҙа иһә ҡатнашыусылар сәхнә түрендә һынау тотто. Йәмғеһе 34 ғариза араһынан иң-иңдәре тип табылған 12 конкурсант жюри ағзалары һәм тамашасыға үҙенең визит карточкаһын, зал менән уйын-көлкө ойоштороу һәләтен күрһәтте. Уларҙы мәртәбәле баһалама комиссияһы - муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Рауил улы Иҫәнғужин, Район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Айҙар ҡыҙы Вәлиева, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гѳлнара Насретдин ҡыҙы Ғилманова нарыҡланы.
Талапҡа ярашлы, тәүге конкурста кәйеф оҫталары үҙе менән генә таныштырып ҡалманы, ә театрлаштырылған тамаша ярҙамында тотош клуб эшмәкәрлеген дә сағылдырҙы. Хәйер, мәртәбәле исем ѳсѳн кѳрәштең ни тиклем ҡыҙыу, етди барасағы тәүге сығыштарҙан уҡ билдәле ине. Сәхнәгә хәтһеҙ йылдар мәҙәниәт ѳлкәһендә тир түккән, бай тәжрибә туплаған конкурсанттар менән бер рәттән, был даирәлә яңы ғына ҡайнай башлаған йәштәр ҙә аяҡ баҫты.
Барса булмыштарынан урғылған йәшлек дәрте, саялыҡ, эшкә ҡарата заманса ҡараш арҡылы улар тәжрибәле ағай-апайҙарынан һис тә ҡалышманы.
Айырыуса Тирлән ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Василиса Недоспасова, Сосновка ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Илнара Ғилманова, Аҙнағол ауыл клубы мѳдире Гѳлфиә Сәфәрғәлиналарҙың визит карточкалары үҙенсәлеклеге менән айырылып торҙо. Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Үткәл” халыҡ фольклор-инструменталь ансамбле етәксеһе Иршат Шәғәлиндың әкиәт геройҙары менән бергә халыҡсан юморға ҡоролған мәрәкә сығышы, Егәҙе ауыл мәҙәниәт йорто мѳдире Илгиз Сәғәҙәтовтың рухлы йыр-бейеүҙәре, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы етәксеһе Сәғирә Ғәлиуллинаның һүҙ ҡеүәһе, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә клубтың эшмәкәрлеген тулыһынса сағылдыра алыуы, Мѳхәмәт ауыл клубы мѳдире Гѳлниса Мансурованың ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булыуы, Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубының художество етәксеһе Вероника Нужинаның тәьҫирләндерер бейеүҙәре район мәҙәниәт усаҡтарында ни ҡәҙәр һәләтле сәнғәт әһелдәре эшләүен йәнә бер ҡат дәлилләне. Ҡоҙғон-Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто мѳдире Наил Хәмзин иһә йәнле сығышы аша клуб эшмәкәрлегенә йәштәрҙе лә, оло быуын вәкилдәрен дә берҙәй ылыҡтыра алыуын, ваҡыт һынауы үткән, һис биҙҙермәҫ сәхнә әҫәрҙәре арҡылы халыҡты “сифатлы” юмор менән “тәьмин” итеүен иҫбатланы. Аҙналы ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Айгиз Сәйетов та үҙен шаян, мәрәкәсел һәләт эйәһе итеп танытты.
Ярыштың икенсе ѳлѳшѳ лә эстәлекле, мауыҡтырғыс үтте. Тамашасы уйындарҙа рәхәтләнеп күңел асып, бейеп-йырлап, зирәклектәрен дә һынап ѳлгѳрҙѳ. Нура ауыл клубы мѳдире Елена Алексеева, Николаевка ауыл клубы етәксеһе Елена Дьяченко, Егәҙе ауыл мәҙәниәт йорто мѳдире Илгиз Сәғәҙәтов, Үткәлдән Иршат Шәғәлин, Сосновканан Илнара Ғилманова һәм башҡалар ойошторған уйындарҙа олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты.
Баһалама комиссияһының етди фекер алышыуынан һуң, ниһайәт, һѳҙѳмтәләрҙе иғлан итер мәл етте.
Шулай итеп, номинациялар буйынса Вероника Нужина (Ломовка) - “Бейеүсе тылсым”, Елена Дьяченко (Николаевка) - “Һѳйкѳмлѳ уйын ойоштороусы”, Илгиз Сәғәҙәтов (Егәҙе) - “Кәйеф әфәндеһе”, Сәғирә Ғәлиуллина (Шығай) - “Һүҙ оҫтаһы” булып билдәләнһә, III дәрәжәле дипломға - Гѳлфиә Сәфәрғәлина (Аҙнағол), Наил Хәмзин (Ҡоҙғон-Әхмәр); II дәрәжәлеһенә - Гѳлниса Мансурова (Мѳхәмәт), Илнара Ғилманова (Сосновка); I дәрәжәле дипломға Елена Алексеева (Нура), Василиса Недоспасова (Тирлән) лайыҡ булды. “Кәйеф оҫтаһы - 2019” конкурсының еңеүсеһе тип, Үткәл ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Иршат Шәғәлин танылды. Ул шулай уҡ “Тамашасы һѳйѳүе” призы, фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнде. Барлыҡ ҡатнашыусылар Дипломдар һәм аҡсалата премиялар алып һѳйѳндѳ.
Тормоштарын мәҙәниәтһеҙ күҙ алдына килтермәгән, ижади хыялдарын түкмәй-сәсмәй тамашасы хѳкѳмѳнә еткерә алған кәйеф оҫталары ла, улар ѳсѳн янып-кѳйгән тамашасы ла бай эстәлекле саранан рухи күтәренкелек, кѳр күңел менән таралышты.
Читайте нас: