Башҡа ауыл хакимиәттәре кеүек үк, Ҡағы ауыл биләмәһендә лә тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу йәһәтенән күп эштәр башҡарыла. Ҡағыла газ үткәреү проекты тормошҡа ашырыла. Ауыл хакимиәте башлығы Юрий Платонов белдереүенсә, 4,5 саҡрым оҙонлоҡтағы ер аҫты газ үткәргесе күп йорттарға зәңгәр яғыулыҡ индереүгә булышлыҡ итәсәк. - Саҡрымға яҡын 160 миллиметрлыҡ торбалар Ленин һәм Юрочкин урамдары буйлап һалынды. Диаметры бәләкәйерәк булған торбалар иһә Хеҙмәт, Репин, Беренсе май урамдарына үткәрелде. Төҙөүселәр ҙә һыуыҡтарға тиклем газ үткәргесте һалып бөтәсәктәренә ышандырҙылар.Ауылға газ үткәреү мәсьәләһе ҡағыларҙы күптән борсой ине. Тәүге тапҡыр мәсьәләне Ауыл хужалығы министрлығының Ауыл биләмәләре үҫеше программаһы ярҙамында хәл итеп ҡараныҡ. Эш килеп сыҡманы, сөнки ауылда крәҫтиән-фермер хужалыҡтары юҡ. 2019 йылда ғына Төҙөлөш министрлығы Ҡағыны программаға индерҙе. Газ торбалары үткәрелһә лә, бының менән генә эштәр тамамланмаясаҡ әле. Киләһе йылда, рөхсәт ителһә, газ торбаларына тоташтырыу көтөлә. Әлеге көндә газ үткәргестән шәхси йорттарға зәңгәр яғыулыҡты тоташтырыу яҡынса 26 мең һумға төшәсәк. Хаҡтар үҙгәреүе ихтимал. Шулай ҙа ҡағылар йорттарына зәңгәр яғыулыҡты үткәреүҙәренә ышанабыҙ. Теләүселәр бар, - тине хакимиәт башлығы Юрий Иванович. Быйыл “Реаль эштәр” программаһында ҡатнашып, Һалдат һәм Быуа урамдарына 13 диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Башҡарылған эштәр 95 мең һумға төшкән. Урамдарҙағы бөтә фонарҙар ҙа электр утын иҫәпләүсе трансформатор подстанцияларына тоташтырылған. “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” проектына ярашлы, мәктәп биләмәһендә фронтовиктарға ҡуйылған һәйкәл дә ремонтланасаҡ. Ҡағы ауылынан 1299 кеше Бөйөк Ватан һуғышына киткән. Стендта һуғышта ятып ҡалған һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарҙың исемшәрифтәре яҙылыр. Ноябрҙә подрядсы ойошма һәйкәлде тулыһынса тиерлек яңыртасаҡ. Горький, Юрочкин, Киров һәм башҡа урамдарҙа БашРЭСБелорет хеҙмәткәрҙәре ағас электр бағаналарын - тимер-бетонға, алюмин үткәргестәрҙе яңыһына алыштыралар. Ә Түбәнге Әүжәндә ике урамға таш түшәлде. Етәкселәр, ауыл хакимиәтендә инфраструктураны үҫтереү һәм тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү буйынса тырышлыҡ файҙаға булырына, ял итергә, йәшәргә теләүселәрҙең артырына ышана.