Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 08:04

“Ашығыс ярҙам” машинаһы ауған

Белорет-Учалы-Мейәс юлының 63-сө километрында ауырыуҙы алып китеп барған “Ашығыс ярҙам” машинаһы ауған. Был турала республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Белорет-Учалы-Мейәс юлының 63-сө километрында ауырыуҙы алып китеп барған “Ашығыс ярҙам” машинаһы ауған. Был турала республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында водитель идара итеүҙе юғалта, һөҙөмтәлә автомобиль юлдан ситкә осоп, ҡабырғаһына ята. Эсендәге сирлене икенсе “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға алып китәләр.Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләп, был осраҡтың килеп сығыу сәбәптәрен асыҡланы.
Читайте нас: