Владимир Путин Төркиә етәксеһен беҙҙең СУ-35 һәм Су-57 хәрби самолеттары менән яҡындан таныштырҙы. Күргәҙмә тамамланғандан һуң, осрашыуҙа Рәжәп Эрдоган: “Ике ил араһында СУ-57 осоусылары буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла”, тип хәбәр иткән ине. Беҙҙең илдең С-400 ракета комплексын һатып ала башлағас, АҠШ хәрби етәкселеге “Төркиәгә F-35 хәрби сосоусылары һатмаясаҡбыҙ”, тип янаны. Анкара ҡалаһында 5 ноябрҙә Рәжәп Эрдоган: “С-400 ракета комплекстарын һатып алғанда бер кемдән рөхсәт һорап торманыҡ. Рәсәй осоусыларын алырға ниәт итһәк тә, рөхсәт һорап тормаясаҡбыҙ” тип сығыш яһаны.