Башҡортостан буйынса Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең эҙләү бүлексәһе кѳсләү һәм талау статьяларына ярашлы хѳкѳм ителгән 30 йәшлек Ѳфѳ кешеһе Игорь Шолуховты эҙләй. Идаралыҡтың мәғлүмәт хеҙмәте белдереүенсә, 6 ноябрь кѳндѳ ир Мәләүез ҡалаһындағы ултыраҡ-колония участкаһын үҙ ирке менән ташлап ҡасҡан. Уның юҡлығы хѳкѳм ителеүселәрҙе тикшереү ваҡытында асыҡланған.
“Шолухов беренсе тапҡыр ғына хѳкѳмгә тарттырылмай. Әлеге енәйәт эше йәһәтенән 2015 йылдың 1 июнендә Орджоникидзе район суды тарафынан 6 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм ителде”, - тип аңлаталар Башҡортостан буйынса Федераль яза башҡарыу хеҙмәтендә.
Был енәйәтсенең ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, Башҡортостан буйынса Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең 8 (347) 250-64-21, 8-917-753-57-77 телефон һандарына шылтыратығыҙ.