-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2019, 11:20

Башҡорт ҡымыҙын Фарсы ҡултығында ла тәмләйәсәктәр

Башҡорт ҡымыҙын һәм бейә һөтөн Кувейтҡа һәм Ғәрәп ярымутрауының башҡа илдәренә оҙатыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан.

Башҡорт ҡымыҙын һәм бейә һөтөн Кувейтҡа һәм Ғәрәп ярымутрауының башҡа илдәренә оҙатыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан.
«Алмаса» компанияһының (Кувейт) директорҙар советы рәйесе Салем Аль-Бьянониҙың Башҡортостанға сәфәре ваҡытында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде.
«Әлегә башҡорт ҡымыҙын оҙатыуҙың аныҡ ваҡыты һәм күләме хаҡында һүҙ бармай. Хәҙер был мәсьәлә ентекле өйрәнелә. Кувейтҡа һәм башҡа Фарсы ҡултығы илдәренә Баймаҡ районынан киптерелгән ҡымыҙҙы оҙатыу күҙ уңында тотола», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
«Алмаса» компанияһы менән хеҙмәттәшлектең киләһе этабы — Башҡортостан шифаханаларына ҡымыҙ менән дауаланыуға туристик сәфәрҙәр ойоштороу.
«Салем Аль-Бьянони проект тормошҡа ашырылыр тип ышана, сөнки башҡорт балын Кувейтҡа һәм башҡа Ғәрәп ярымутрауы илдәренә оҙатыуҙың уңышлы тәжрибәһе бар. Бына бер йылға яҡын инде ошо илдәр республикабыҙ балы менән тәьмин ителә. Эшҡыуар киләсәктә оҙатылған бал продукцияһы исемлеген гипоаллергенлы бал менән тулыландырырға ниәтләй», — тип өҫтәне Илгизәр Санъяров.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан