Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 11:35

АҠШ нефть ятҡылыҡтарын һаҡлауға өҫтөнлөк бирә

Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә башлығы Рәжәп Эрдоған менән телефон аша оҙаҡ ҡына һөйләште.

Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә башлығы Рәжәп Эрдоған менән телефон аша оҙаҡ ҡына һөйләште.
Ике ил лидеры үҙ-ара иҡтисади бәйләнештәр, берлектәге проекттар, киләсәктә аралашыуҙар календары буйынса фекер алышты. Ике ил етәкселәре хәрби-техник хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен дә ҡараған. НАТО-ның һәм АҠШ-тың ҡаршылығына ҡарамаҫтан, Төркиә Рәсәйҙән С-400 зенит-ракета комплекстарын һатып алды һәм оҙаҡламай улар хәрби бурыстарын үтәй башлаясаҡ. Төркиәнең Рәсәйҙән хәрби самолеттар һатып алыуы ла бик ихтимал.
Сүриәгә ҡарата Владимир Путин менән Рәжәп Эрдоғандың фекере уртаҡ. Илдең територриаль бөтөнлөгө һаҡланырға, рөхсәтһеҙ килгән ғәскәрҙәр Сүриәне ҡалдырырға, төбәктә тыныслыҡ урынлаштырылырға тейеш.
АҠШ ғәскәрҙәрен саҡырыуһыҙ индерһә лә, улар Сүриәнән тулыһынса сығырға уйламай. Әлегә АҠШ һалдаттары Сүриәнең нефть скважиналарын һаҡлаясаҡ, тигән һылтау менән ҡалдырылған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: