Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 11:20

"Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады" милли проекты бюджеты - 1634, 9 млрд. һум

Былтыр Президент Владимир Путин башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла башлаған 12 милли проект араһында "Рәсәй Федерацияһының цифрлы иҡтисады" тигәне лә бар. Уны тормошҡа ашырыу бюджеты — 1634, 9 миллиард һум (1,6 триллион һумдан ашыу) тәшкил итә.

Былтыр Президент Владимир Путин башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла башлаған 12 милли проект араһында "Рәсәй Федерацияһының цифрлы иҡтисады" тигәне лә бар. Уны тормошҡа ашырыу бюджеты — 1634, 9 миллиард һум (1,6 триллион һумдан ашыу) тәшкил итә.
Башҡалары кеүек ул, был милли проект та тағы бер нисә проектты үҙ эсенә ала: "Цифрлы мөхитте нормативтар менән көйләү"," Мәғлүмәт инфраструктураһы"," Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар", "Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге", "Цифрлы технологиялар”, "Цифрлы дәүләт идараһы".
Милли проектҡа ярашлы, 5 йыл эсендә 120 мең кеше мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге юғары белем биреү программаһы буйынса уҡырға алынырға, 10 миллион кеше цифрлы грамоталыҡты үҫтереү буйынса онлайн форматта уҡып сығырға, дәүләт вуздарының 100 проценты 2023 йыл аҙағына "Цифрлы университет" моделе элементтарын индерергә, 2024 йыл аҙағына барлыҡ йорт хужалыҡтарының (һәр өй тип аңларға кәрәктер) 97 процентында юғары тиҙлекле интернет булдырырға тейеш.
Бынан тыш, 2024 йылда Рәсәйҙә граждандың "электрон паспорт"ы системаһы эшләй башлаясаҡ.
Әлеге мәлдә проекттың "Цифрлы технологиялар" йүнәлеше тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә. Әйтәйек, республикала 20 федераль каналды түләүһеҙ юғары сифатта ҡарарға була. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, пенсионерҙар һәм мохтаждарға цифрлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролма алыу өсөн компенсация түләнә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в