13-01. Был республикала табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм телефон номеры.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә бындай мөмкинлек юҡ. 13-01 телефонына шылтыратыусылар колл-үҙәккә эләгә. Унда иһә ҡала йәки район поликлиникаһына яҙылырға була. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт ебәреүселәр күп. Ялыуҙар “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә. Кешеләрҙең байтағы поликлиника регистратураһына шылтыратып та, яуап ишетә алмауға зарлана.