Полиция хеҙмәткәрҙәре кѳнѳ уңайынан ҡаланың Металлургтар майҙанында үткән тантаналы митинг - халыҡ күңеленә хуш килгән матур традицияларҙың береһе ул. Был юлы ла тәртип һағында фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәрҙең байрам парадын ҡарарға бихисап кеше йыйылды. Ҡала Мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры маршы аҫтында майҙанға килеп теҙелгән полиция хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Ришат Рәшит улы Баймырҙин тәбрикләне:
- Ябай граждандар ѳсѳн полиция формаһындағы кеше кѳс, закон һәм ғәҙеллекте кәүҙәләндерә. Һѳнәребеҙгә ҡарата яуаплылыҡ, ҡанундарҙы теүәл үтәү, граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү - беҙҙән талап ителгән тѳп бурыстарҙан һанала. Үҙ эшебеҙҙе кәрәк ѳсѳн түгел, ә күңел һалып атҡарырға, кешеләргә намыҫлы хеҙмәт итергә тейешбеҙ, - тине ул сәләмләү һүҙендә.
Иҫтәлекле кѳндә тәртип һағында тиҫтәләгән йылдар фиҙаҡәрлек күрһәткән полиция хеҙмәткәрҙәре - Фәнил Ишмѳхәмәтов, Радик Мѳхәмәтгилдин, Рифат Таипов, Ринат Хәтиуллин, Артур Шәғәлин Башҡортостан Эске эштәр министрлығы бойороғона ярашлы миҙалдар менән бүләкләнһә, бәғзеләр сираттағы махсус дәрәжәләрен алып һѳйѳндѳ; яңы эш башлағандар иһә йѳмлә халыҡ алдында намыҫлы хеҙмәт итергә ант бирҙе. Митингыла ҡатнашыусылар шулай уҡ һѳнәри бурыстарын атҡарған ваҡытта фажиғәле һәләк булған полиция хеҙмәткәрҙәрен бер минутлыҡ тынлыҡ һәм һауаға атылған автоматтар шаңдауы менән иҫкә алды.
Тантаналы митинг полиция хеҙмәткәрҙәренең байрам парады менән тамамланды.