Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 11:25

Беҙгә Нижегородка-Дим күпере лә күптән кәрәк

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу Өфө ҡалаһында күперҙәр проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу Өфө ҡалаһында күперҙәр проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Өфө-Аэропорт юлындағы күпер төҙөлөшөндә эштәр ҡыҙыу бара, бының өсөн 2,5 миллиард һум аҡса бүленгән, күпер 2021 йылда сафҡа инәсәк.
Әлеге ваҡытта Интернациональ урамынан Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлә, Шаҡша һәм Затон күперҙәрен ремонт көтә.
Яңыраҡ Нижегородка-Дим районы йүнәлешендә күпер төҙөү хаҡында мәғлүмәттәр билдәле булды. Бындағы күперҙең сафҡа инеүе Өфө-Аэропорт йүнәлешендә тығындар проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Күперҙең хаҡы сама менән 11,5 миллиард һум тәшкил итәсәк, ошо йүнәлештә юлдар төҙөләсәк һәм инфраструктура яңыртыласаҡ.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: