Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 18:20

Гриптан һаҡ булығыҙ

Кѳндәр һалҡынайтһа, ғәҙәттә, грипп һәм киҫкен респираторлы инфекциялар менән ауырыусылар һаны бермә-бер арта. Әлеге ваҡытта сирлеләр һаны эпидемик кимәлдән түбән, уның күтәрелеүе декабрь-март тирәһенә тура килә.

Хәүеф тѳркѳмѳндә - балалар, 60 йәштән уҙғандар, иммунодефицит хәлендәге ауырыуҙар, ауырлы ҡатындар, медицина хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт транспортында һәм туҡланыу предприятиеларында эшләүселәр.
Грипҡа ҡаршы иң нәтижәле ысул булып вакцинация һанала. Ул вируслы инфекцияларҙан ѳҙлѳгѳүҙәрҙе 50%-ҡа кәметә. Прививкалау, ғәҙәттә, август-декабрь айҙары арауығында ғәмәлгә ашырыла. Вакциналарҙың составы Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы талабы менән йыл һайын яңыртылып тора.
Балаларҙы вакцинациялауҙы 6 айлыҡ сағынан башларға мѳмкин. Ышаныслы һаҡланыр ѳсѳн прививканы йыл да эшләтер кәрәк.
Шулай уҡ вакцинациялау йѳрәк аҫтында сабый йѳрѳткән буласаҡ әсәләргә лә мѳһим процедура.
Бѳгѳнгѳ кѳндә тѳбәктә 1,2 млн. кеше грипҡа ҡаршы прививка эшләткән, шуларҙың 880,2 меңе - ҙурҙар, 371,9 меңе балалар.
Читайте нас: