Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 18:35

Наркотик матдәләр һаҡлаған

Белорет район-ара суды тарафынан 44 йәшлек ҡала кешеһенә хѳкѳм ҡарары сығарылды. Ул ҙур күләмдә законһыҙ наркотик матдәләр әҙерләүҙә һәм һаҡлауҙа ғәйепләнә.

Белорет район-ара суды тарафынан 44 йәшлек ҡала кешеһенә хѳкѳм ҡарары сығарылды. Ул ҙур күләмдә законһыҙ наркотик матдәләр әҙерләүҙә һәм һаҡлауҙа ғәйепләнә.
Судта асыҡланыуынса, 2019 йылдың май һәм июль айҙарында енәйәтсе шәхсән үҙе ѳсѳн наркотик матдә әҙерләй. Фатирҙа һаҡланған был илерткес нәмәнең дѳйѳм ауырлығы - 3,425 грамм.
Ир кеше үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Быға тиклем шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгәнлеге иҫәпкә алынып, ул 1 йыл да 2 айға ултыраҡ-колонияға хѳкѳм ҡылынды.
Читайте нас: