Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 18:55

Яҡташыбыҙ — Евразияның иң сибәр биш ҡыҙы араһында

Белорет ҡалаһынан 26 йәшлек Александра Вояга Төркиәлә Queen Eurasia 2019 халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының биш һылыуҡайы иҫәбенә инде. Күптән Мәскәүҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул тыуған Башҡортостаны исеменән сығыш яһаны.

Александраның дәғүәселәре араһында Черногория, Чехия, Монголия, Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән ҡыҙҙар бар ине. Беренсе урынды Абхазия сибәре яуланы.
«Был еңеүемде ғаиләмә, туғандарыма һәм ҡәҙерлеләремә бағышлайым!» — тип яҙҙы Александра Вояга үҙенең сәхифәһендә.
Бынан алда «Башинформ» яҡташыбыҙҙың «Мәскәүҙең беренсе вице-мисс 2018» исеменә эйә булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: