“Демография” милли проект сиктәрендә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам күрһәтеү – өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» тураһында Хөкүмәт ҡарары проекты әҙерләгән.
Документҡа ярашлы, декрет ялындағы әсәләр мәшғүллек хеҙмәттәре иҫәбенә квалификацияһын күтәреү йәки яңы һөнәр алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Бының өсөн республика бюджетынан өҫтәмә аҡса бүлеү ҡарала.
Ҡарар проектында билдәләнеүенсә, өс йәшкә тиклемге балаһы булған хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытҡан өсөн эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә компенсация бирелә. Эш биреүсе уҡытыуҙы үҙе ойоштора һәм курстар өсөн аҡса түләй. Уҡытыу 6 айға тиклем дауам итеүе ихтимал. 2019 йылдың 27 ноябренә тиклем ҡарар проектының тексы менән танышырға һәм уны тикшереүҙә ҡатнашырға мөмкин.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан