Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2019, 11:50

Хата менән бирелгән сит ил паспорттары алмаштырыласаҡ

Тѳбәктә 2019 йылдың 1 февраленән октябрь айынаса биш йылға бирелгән сит ил паспорттары, техник хаталар арҡаһында, алмаштырыласаҡ.

Тѳбәктә 2019 йылдың 1 февраленән октябрь айынаса биш йылға бирелгән сит ил паспорттары, техник хаталар арҡаһында, алмаштырыласаҡ.
Был йәһәттән Күмертау, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Нефтекамск, Октябрьск, Межгорье ҡалаларында паспорт алған граждандарға борсолорға урын юҡ. Башҡа осраҡтарҙа кире алмаштырыу ҡыҫҡа ваҡыт арауығында һәм пошлина түләүһеҙ ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Бының ѳсѳн БР Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралыҡтың урындағы бүлексәләренә мѳрәжәғәт итеп, сит илгә сығыу һәм Рәсәй паспортын бирергә кәрәк.
Читайте нас: