Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бер аҙнанан Бөрйән районының Нәби ауылында яңы күперҙең файҙаланыуға тапшырыласағын хәбәр итте.
«Халыҡ өсөн был — тышҡы донъя менән берҙән-бер бәйләнеш. Иҫке ағас күперҙән мәктәпкә, балалар баҡсаһына һәм медпунктҡа йөрөү хәүефле», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Ул республикала емерек хәлдәге күперҙәрҙең күп икәнен белеүе хаҡында хәбәр итте. Улар бөтә райондарҙа ла тиерлек бар – Бишбүләк, Шаран, Туймазы, Борай, Октябрский ҡалаһы һәм башҡалар. Башҡортостан етәксеһе һүҙҙәренсә, 2024 йылға тиклем күперҙәрҙе планға ярашлы төҙөкләндереү программаһы әҙерләнгән.
«2019 йылда ғына 12 күпер төҙөрбөҙ һәм реконструкцияларбыҙ, 28-ен йүнәтербеҙ. Яйлап республикалағы барлыҡ күперҙәрҙе тәртипкә килтерербеҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.