Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 11:35

Балалар дауаханаһында йәмле һәм иркен

Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһының консультация-диагностика поликлиникаһындағы холға бына тигән ремонт яһалды. Бында пациенттарҙың медицина персоналы менән ҡаршылыҡһыҙ аралашыуы өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Был эштәр “Асыҡ регистратура” проектына ярашлы башҡарылған. Пациенттар өсөн көтөү залы киңәйтелгән, кескәйҙәр һәм ата-әсәләр өсән уңайлыҡтар артҡан. Өҫтәүенә электрон сират системаһы ҡуйылған, регистратура администраторының махсус урыны булдырылған. Тимәк, килгән һәр кем һорауҙарына ошонда уҡ яуап аласаҡ.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ремонт эштәрен үткәрергә һәм тейешле ҡорамалдарҙы һатып алырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, медицина учреждениеларының яңы моделе барлыҡҡа килә”, - ти дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшин.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: