Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 12:45

Киләһе аҙнала көндәр ҡапыл һыуытасаҡ

Аҙна аҙағына тиклем Башҡортостанда плюслы температура һаҡлана. Ләкин синоптиктар мәғлүмәте буйынса, киләһе аҙнала һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе күҙаллана. Атап әйткәндә, көндәрҙең 12 градусҡаса һыуытыуы ихтимал.

20 ноябрҙән термометр бағанаһы төшә башлай. Кесаҙна, 21 ноябрҙә, ҡояшлы булһа ла, температура -7 градусҡа тиклем төшөүен дауам итер. Йома, 22 ноябрҙә, күп итеп ҡар яуыуы фаразлана.
Читайте нас: