-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 11:20

Төркиә Президенты бөгөн Вашингтонда

Төркиә Рәсәйҙән 2,5 миллиард долларға С-400 зенит-ракета комплекстарын һатып алып, НАТО сафтарына сит ил ҡоралын индерҙе һәм берлектең берҙәмлеген һәм ныҡлығын шик аҫтына ҡуйҙы, тип иҫәпләйҙәр Вашингтонда. Ә Рәжәп Эрдоған Рәсәйҙе һәм уның Президенты Владимир Путинды үҙенең иң яҡын дуҫтары һанай. Был дуҫлыҡты йыл һайын Рәсәйҙән Төркиәгә ял итергә килеүсе 5-6 миллион самаһы турист үҙ аҡсалары менән нығыта һәм Төркиәнең иҡтисади именлегенә тос өлөш индерә.

Шуға күрә Рәжәп Эрдоған Рәсәйгә өҫтөнлөк бирҙе.
Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Дональд Трамп һаман да үҙен президент вазифаһында тәүәккәл бизнесмен итеп тота һәм Рәжәп Эрдоған өсөн кире ҡағып булмаҫлыҡ 100 миллиард долларлыҡ килешеү тәҡдим итергә әҙерләнә.
Бер нисә сәғәттән Трамп Эрдоғанды Аҡ йортта ҡабул итәсәк һәм килешеү һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. Трампҡа ҡаршы көстәр АҠШ-тың үҙендә лә етерлек, демократтар, мәҫәлән, был һөйләшеүҙе АҠШ мәнфәғәттәренә зыян килтереү, тип баһалаған.
Эйе, Рәжәп Эрдоған алдында бик үк еңел булмаған һайлау мәсьәләһе тора. Әйткәндәй, Төркиә лидеры АҠШ-тан ҡайтҡас, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашасаҡ.
"Ағиҙел" журналы сайтынан.
#ВладимирПутин