30 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө — Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә. «Урал легендаһы» туристар араһында популяр ҡышҡы маршрут буйынса аҙнаһына ике тапҡыр – шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөр тип күҙаллана. Юлға 5 сәғәт ярым ваҡыт китә.
Быйыл юл хаҡы түбәнерәк – 655 һум 20 тин. Уҡыусыларға һәм студенттарға билет тағы ла арзаныраҡҡа төшә – 327 һум 60 тин, балаларға иһә 163 һум 80 тин.
Элекке йылдарҙағы кеүек үк, Өфө — Асы — Айғыр — Белорет — Яңы Абҙаҡ маршрутын бер, ике һәм өс вагонлы махсус рельс автобустары хеҙмәтләндерә.
Өфөнән «Урал легендаһы» урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7 тула 4 минутта ҡуҙғала һәм Яңы Абҙаҡҡа төшкө 2-се 7 минутҡа барып етә.
Ә Яңы Абҙаҡтан поезд киске 6-сы 21 минутта юлға сыға, төнгө 12-се 17 минутҡа Өфөлә була.