Рәсәй Президенты Латин Америкаһына (Көньяҡ Америка) БРИКС саммитында ҡатнаша. 11-се саммит ике көнгә иҫәпләнгән. Ҡағиҙә булараҡ, бик мөһим мәсьәләләр ҡарала.Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы башлыҡтары иҡтисади, финанс, мәҙәни-гуманитар юҫыҡта хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшә. Шулай уҡ ҡоралланыу, террорға ҡаршы көрәш темалары ла күтәрелә.БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышы ла үтәсәк. Программала Яңы үҫеш банкы етәкселеге менән осрашыу планлаштырылған. Һәм, әлбиттә, Владимир Путин саммитта ҡатнашыусы дәүләт етәкселәре менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәрәсәк.Әйткәндәй, ул Һиндостандың Премьер-министры Нарендра Моди, Ҡытай лидеры Си Цзиньпинь менән әңгәмәләште. Бөгөн осрашыуҙар дауам итәсәк.