Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 13:00

Ѳфѳлә Бѳтѳн Рәсәй кѳрәш турниры үтәсәк

2019 йылдың 15-18 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Спорт әҙерләү үҙәгендә (Ѳфѳ ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47) А.Ф. Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған Бѳтѳн Рәсәй кѳрәш турниры үтәсәк. Ярыштар 9.00 сәғәттә башлана. Инеү хаҡы бушлай.

2019 йылдың 15-18 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Спорт әҙерләү үҙәгендә (Ѳфѳ ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47) А.Ф. Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған Бѳтѳн Рәсәй кѳрәш турниры үтәсәк. Ярыштар 9.00 сәғәттә башлана. Инеү хаҡы бушлай.
Турнирҙы асыу тантанаһында Артур Фәрүәз улының ҡатыны Фидәлиә Әхмәтханова, атаһы Фәрүәз Әхмәтханов, бер туған ағаһы Рәмил Әхмәтханов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хѳкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары Рәиф Әбдрәхимов, БР Хѳкүмәте премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Деев, мәғариф министры Айбулат Хажин, Ѳфѳ ҡалаһы хакимиәте башлығы Ѳлфәт Мостафин, “Рәсәй кѳрәш федерацияһы” йәмәғәт ойошмаһы президенты Йәдүт Миннәхмәтов ҡатнашасаҡ.
Ярышта 60, 65, 70, 75, 80, 85, 90, 100 һәм 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһындағы 2000 йылға тиклемге ирҙәр; 55, 60, 65, 70, 75, 80, 90 һәм 90 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһындағы 2001-2002, шулай уҡ ѳҫтәмә справка буйынса 2003 йылғы егеттәр кѳс һынашасаҡ.
Турнирҙа Башҡортостан, Татарстан, Марий Эл, Сыуашстан, Ҡарасәй-Черкес республикаларынан, Ырымбур, Перьм, Свердловск, Ульяновск, Силәбе ѳлкәләренән, Ханты-Манси автоном округынан һәм Сахалиндан спортсылар ҡатнашасаҡ.
Сараның ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, “Башҡортостан Республикаһының кѳрәш һәм билбаулы кѳрәш спорт федерацияһы” тѳбәк йәмғиәт ойошмаһы.
Ярыштарҙың маҡсат-бурыстары: полиция генерал-лейтенанты А.Ф. Әхмәтхановтың исемен мәңгеләштереү, Башҡортостанда кѳрәште популярлаштырыу һәм үҫтереү, йәштәр араһында сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, уларҙы спортҡа ылыҡтырыу һ.б.
Читайте нас: