Инсульттың ике - ишемик һәм геморрагик тѳрѳн айырып йѳрѳтәләр.
Ишемик инсульт (мейе инфаркты) церебраль артерияларҙың үткәреүсәнлеге боҙолоп, мейе туҡымаларының ҡотолғоһоҙ үҙгәрештәргә дусар булыуынан ғибәрәт.
Геморрагик инсульт мейеләге тамырҙың патологик (травматик) ѳҙѳлѳүе арҡаһында церебраль туҡымаларға ҡан һауыуы менән ҡылыҡһырлана. Инсульттың был тѳрѳ, ғәҙәттә, 55-60 йәште ашатлаған кешеләрҙә күҙәтелә; геморрагик тѳр иһә йышыраҡ 45-55 йәшлектәрҙә осрай.
Инсультҡа килтергән факторҙар:
- ҡанда холестериндың күтәрелеүе;
- аритмия һәм башҡа йѳрәк ауырыуҙары;
- иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу;
- йәшәү рәүеше факторҙары (артыҡ кәүҙә ауырлығы, физик әүҙемлектең булмауы, туҡланыу режимының боҙолоуы, стресс);
- ораль контрацептивтар ҡулланыу.
- ауыҙ сите ҡыйшайыуы, йылмайып булмау;
- һѳйләү һәләтен юғалтыу;
- ҡул йәки аяҡтарҙың ҡапыл ойоуы;
- ҡапыл-ҡара тигеҙләнеште юғалтыу, координацияның боҙолоуы, баш әйләнеүе;
- сәбәпһеҙ йәки ауыр стрестан, физик кѳсѳргәнештән һуң баш ауыртыуы;
- психик тороштоң кинәт үҙгәреүе.
Инсульт булғанда беренсе ярҙам:
- ауырыуҙың яурындары, башы аҫтына бейек мендәрҙәр һалырға;
- форточканы асып, бүлмәне сафландырырға;
- тәнде һығып торған кейемдән, ҡайыш, тѳймәләрҙән азат итергә;
- артериаль ҡан баҫымын үлсәргә;
- ҡоҫоу билдәләре күҙәтелгәндә, ҡоҫҡолоҡ тын юлына китмәһен ѳсѳн башты ҡырынайтырға кәрәк.
Инсульттан нисек һаҡланырға?
- артериаль ҡан баҫымын күҙәтеп тороу;
- шәкәр диабетын булдырмау сараларын күреү;
- юғары холестеринлы ризыҡтарҙан тыйылыу;
- кәүҙә ауырлығын контролдә тотоу;
- иҫерткес эсемлектәр ҡулланмау;
- йѳрәк ритмына иғтибарлы булыу.
Әгәр ҙә үҙегеҙҙә инсульт билдәләрен тойһағыҙ, табипҡа мѳрәжәғәт итегеҙ (тиҙ ярҙам машинаһын саҡырыу ѳсѳн телефон һандары: Билайн 103, Мегафон 030, МТС 103, Tele2 103). Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, инсуль һуҡҡан кешене ҡотҡарыу ѳсѳн табиптарҙың ни бары 4 сәғәт кенә ваҡыты бар! Сәләмәт булығыҙ!