Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, бѳгѳн, 18 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға еүеш ҡар һырыуы күҙаллана. Һауа температураһы тѳндә -1...-6 ºС, кѳндѳҙ +3...-2 ºС.
Иртәгә, 19 ноябрҙә, тѳндә һәм кѳндѳҙ еүеш ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға еүеш ҡар һырыуы, юлдарға ҡар һырынтылары ятыуы ихтимал. Һауа температураһы тѳндә -8...-13ºС, кѳндѳҙ -13...-18 ºС.
Шаршамбы, 20 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы тѳндә -15...-20 ºС, кѳндѳҙ -12...-17 ºС.