“ПАЗ” автобусы медицина тикшереүе, диспансерлаштырыу, тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ул райондың медицина учреждениелары булмаған ауылдар халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Бында электр кардиограммаһы эшләү, шәкәр, холестерин кимәлен, ҡан баҫымын үлсәү, акушер-гинекологта тикшерелеү өсөн барыһы ла бар. Күсмә ФАП компьютер техникаһы, дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыс, пациенттарҙы күсереү ҡулайламалары һәм башҡа әйберҙәр менән дә йыһазландырылған. Автобустың иҙәне лә йылытыла, ҡул йыуыу урыны ла бар.
- Тейешле кимәлдә ҡорамалландырылған ФАП заман талабы һәм төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн бик уңайлы ла, - тине район хакимиәте башлығы Владислав Миронов автобустарҙы алырға килгән күрше район медицина белгестәре менән әңгәмәләшкәндә. Бындай автобустар менән райондар беренсе тапҡыр тәьмин ителде. Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары “Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк милли проектына ярашлы һатып алынды һәм райондар халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.