-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 23:45

«ИҢ ЯҠШЫ ЯҢЫ ЙЫЛ ҠАЛАСЫҒЫ» КОНКУРСЫ БАШЛАНА

Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә,Башҡортостанда "Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы" конкурсы башлана. Конкурста ҡатнашыусылар йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 500 мең һумлыҡ бүләк алыу өсөн ярыша. Конкурс 10 декабрҙән ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында ойошторола.

Комиссия байрам ҡаласыҡтарының биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, яңы йыл шыршыһының байрамса биҙәлешен, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, әкиәт персонаждарын, ҡар тауҙарын баһалай.
Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 19 ғинуарына тиклем яһала.
Иң яҡшы яңы йыл ҡаласыҡтары урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә аҡсалата премия тапшырыла: беренсе урын — 500 мең, икенсе урын — 200 мең, өсөнсө урын — 150 мең һум. Бүләк фонды муниципаль берәмекте төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.