Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 14:15

Киләсәккә ѳмѳт менән!

Бала саҡты - мөғжизәһеҙ, йәшлекте - мәғәнәһеҙ, ҡартлыҡты алтын аҡылһыҙ итер эскелектең боғаҙҙан матҡып, йәшәйеште ҡанлы күҙ йәштәренә мансыуы, әҙәмде яҙа юлға баҫтырыуы - дәүерҙәрҙең иң аяныслы вә фажиғәле күренешелер. Донъяның бәрәкәтен, ҡотон, именлеген ебәргән, бәндәләрҙе илерткән, тилмерткән был иблестән ҡотолоу әмәле булырмы берәй заман? Хәмергә ҡанығып, яҙмышын пыран-заран килтергән, тормошонан толҡа тапмаған бәхетһеҙҙәр тәүбәгә килерме? “Айыҡ ауыл - 2019” республика конкурсы сиктәрендә Туҡан ауылы мәктәбендә үткән етди сарала ла һүҙ тап ошо юҫыҡта барҙы.

“Киләсәккә өмөт менән” тип аталған проектта Иҙел башы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, әүҙем йәмәғәтселәр - Мансур Һиҙиәтов, Зөбәржәт Суфьянова, Эльза Мөхәмәҙиева, Нажия Вәлиева, Флүрә Шакирова, Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев, Туҡан ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
Юлдан килгән ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ, йыр-моң менән ҡаршы алды туҡандар. Һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл янында самауыр сәйе һәм бәлештәрҙән ауыҙ иткәс, һәммәһе лә мәктәптең тантаналар залына уҙҙы.
- Бөгөнгө сараның “Киләсәккә өмөт менән” тип аталыуы юҡҡа түгел. Эйе, ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә эскелекте төбө-тамыры менән ҡорота алмаһаҡ та, әлеге проект арҡылы беҙ хәмерһеҙ тормошҡа ышаныслы аҙым эшләйбеҙ. Ауылыбыҙҙа изге ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, сәләмәт тормош рәүешен, айыҡлыҡты пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәренә өҫтөнлөк биреү, йәш-елкенсәккә дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү - иңдәребеҙгә ятҡан мөҡәддәс бурыстарҙан. Бер фекерҙән булып, эскелеккә ҡаршы дәррәү күтәрелһәк, был афәтте, һис шикһеҙ, еңеп сығырбыҙ! - тип сараның маҡсат-бурыстарын билдәләп үтте Әлфиә Фәтих ҡыҙы Сәмиғуллина.
- 1500 тирәһе кеше йәшәгән Туҡан - районыбыҙҙа иң ҙур ауылдарҙың береһе. Төйәктә эшһеҙлектең сәскә атыуы, аҡсаһыҙлыҡ - кешеләрҙе хәмергә этәреүсе төп сәбәптәрҙер. Төшөнкөлөккә бирелмәйек, моғайын да, был тирәлә лә эшсе көстәр талап иткән инвесторҙар табылыр, элгәре шаулап-гөрләп торған ауыл өр-яңы һулыш алыр, - тип райондаштарын дәртләндерҙе Мансур Һиҙиәтов та.
Туҡан мәктәбенең II класс уҡыусыһы Азамат Тимеров башҡарыуында “Башҡортостан” йыры, ҡумыҙ моңдары менән асылған концерт иһә рухи күтәренкелекте арттырып, сараны йәнләндереп ебәрҙе. Һандуғас тауышлы Виолетта Хәмзина, Яна Абдуллина, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар коллективы сығыштары ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Дәртле йыр-моңдарҙан һуң, ниһайәт, көн үҙәгендә торған мөһим темаға ла ваҡыт етте. Туҡан ауылында йәшәгән, ижад иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әҙәби премиялар лауреаты, уҡытыусы Игорь Павлович Максимовтың “Йәшел дәфтәр” әҫәре буйынса ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” эскелектең ниндәй фажиғәләргә килтереүен, сабый йөрәгендә ни ҡәҙәрем уңалмаҫ яралар ҡалдырыуын, эҙемтәләрен бар тулылығында сағылдырҙы. Хикәйә буйынса ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Александр Петров ҡуйған постановканы тыныс ҡабул итеү мөмкин түгел ине...
Донъяла иң ҡәҙерле кешеләренең - атаһы менән әсәһенең эскелегенән тамам биҙрәгән Гүзәлдең эс-серҙәрен һыйҙырған, әсе күҙ йәштәрен һәр битендә һеңдергән бары бер нәмә - йәшел дәфтәр генә бар... Бәхетле бала саҡтың тәмен, әкиәттәрҙең тылсымын тоймай үҫкән кинйәкәйҙең кисерештәре тамуҡ ғазаптарына торошло. Айнығыу белмәҫ яҡындарының тормоштан ваз кисеүе, балаларына ҡарата битарафлығы, үҙ-ара ҡанға батҡансы ғауғалашыуҙары, класташтарының мыҫҡыллы ҡарашы ҡыҙ баланы тәрән күңел кисерештәренә, ғазаплы уйҙарға дусар ҡыла.
Бер ойоҡта ғына ҡалып, еүеш ерҙә аунап ятҡан лаяҡыл иҫерек әсәй, көндән-көн кешелек сифаттарын юғалта барған енле атай, тәғәм ризыҡһыҙ шыҡһыҙ, һалҡын өй... Ғәзиздәрен упҡан эскелек һаҙлығын йәне-тәне менән күрә алмай Гүзәл. Бурысҡа батырып, әленән-әле шешә тоттороп ҡайтарған һатыусыларға ла инәлеп ҡарай меҫкен ҡыҙ. Әммә уларына кеше яҙмышынан план үтәү мөһимерәк булып сыға...
Бирешмәй Гүзәл. Юлында осраған кәртәләрҙе ҡыйыу емереп, ҡуйған маҡсат-теләктәрен бойомға ашыра; бәхетһеҙ, меҫкен тереклектән һурылып сығып, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 93-сѳ һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: