Башҡортостанда, синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, ҡапыл һыуытты.
Аҙна башында төбәккә һалҡын арктик һауа үтеп инә башланы. Һауа температураһы ныҡ түбәнәйҙе.
Бөгөн төндә Белорет районының Үткәл ауылында минус 33 градус теркәлде. Ришат Хәйбуллин, термометр күрһәткестәрен фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Белорет районында бындай температураға күнегеп бөткәндәр.