Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 11:40

Владимир Путин Муса Бажаев менән осрашты

Ил етәксеһе «Группа Альянс», «Русская платина» йәмғиәттәре президенты Муса Бажаев менән осрашты.

Ил етәксеһе «Группа Альянс», «Русская платина» йәмғиәттәре президенты Муса Бажаев менән осрашты.
Владимир Путин башта уҡ Арктикала ғәмәлгә ашырыу буйынса проект менән ҡыҙыҡһынды. Ул «Арктик палладий» тип атала. «Русская платина» менән «Норильский никель» компанияларының уртаҡ проекты.
Һөйләүҙәренә ҡарағанда, бик “елле” булмаҡсы. Платина төркөмө металының запасы 4,5 мең тонна буласаҡ, йылына 120 тонна етештереләсәк, 5860 яңы эш урыны булдырыласаҡ, йыл һайын 40 миллиард һум һалым киләсәк, Рәсәйҙе платина төркөмө металы етештереү буйынса донъяла беренсе урынға сығарасаҡ... Ысынлап та, шәп икән!
Муса Бажаев әйтеүенсә, беҙҙе 770 миллион тонна руда запасы бар. Ул 55 йыл эшкәртеүгә етә.
- Мы идём в ногу со временем, потому что очень сильно растёт потребление платиноидов в мире, особенно палладия. Палладий – это бензиновый двигатель, платина – это дизельный двигатель. И это электроника, глобальная цифровизация, там очень сильно используются и напыление, и металлы платиновой группы в том числе для разных производств, это химическая, нефтехимическая промышленность, катализаторы, автомобилестроение с учётом новых жёстких требований по выбросам СО2... - тип һанап китте ҙур компания етәксеһе.
Владимир Путин да инвестиция күләменә (15 млрд доллар) күҙ һалып, күҙалланған таҙа табыш (3700 млн доллар) суммаһын ҡарап, ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
- Палладий платинанан ҡиммәтерәкме ул? - тип тә һорап ҡуйҙы.
Палладийҙың бер унцияһы 1800 доллар тора, платина әҙерәк икән. Алтындың унцияһы 1500 доллар.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: