Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 20:20

Өфөлә төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда 21 ноябрҙә төндә баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтерҙе, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән ерҙә 14 Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан – Өфөнөң ете районы вәкилдәренән торған делегация ҡаршы алды. Улар шыршының матурлығы, бейеклеге буйынса баһаланы һәм Башҡортостандың баш ҡалаһына инергә «рөхсәт» бирҙе. Юл-патруль хеҙмәте автомобилдәре оҙатыуында ул ҡала урамдары буйлап Өфө хакимиәте алдына килтерелде, бында уның хөрмәтенә йырлы-моңло, әйлән-бәйләнле тамаша ойошторолдо. «Шыршыны ай ярым элек үк һайлағайныҡ. Уның бейеклеге – 30 метр самаһы, ә йәше – 90 йылдан ашыуыраҡ. Шуға ул «оло йәштәге ханым». Тиҙҙән уны биҙәү, майҙанда иһә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү эштәре башланыр», – тине Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы идара итеүсеһенең урман хужалығы буйынса урынбаҫары Зәбир Сафин. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары түбәндәге майҙансыҡтарҙа буш ваҡытын үткәрә, балалар менән ял итеү мөмкинлегенә эйә:Орджоникидзе районында — Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Яңы Черкассы, Тимашев һәм ИҫкеТурбаҫлы ҡасабаларында.Совет районында – Өфө балалар филармонияһы алдында.Дим районында — «Орион» ижад йорто скверында.Калинин районында – «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт йорто һарайында, Инорс һәм Шакша биҫтәләрендә.Киров районында – Мөбәрәков һәм Софья Перовская урамдары сатында.Ленин районында – «Тулҡын» скверы алдында, «Нижегородец» стадионында.Октябрь районында –«Ҡашҡаҙан» паркында, Спорт һарайы алдындағы майҙанда, Нуғай ҡасабаһында. Ҙур сауҙа комплекстары алдында ла Яңы йыл шыршылары ҡуйыла.

Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда 21 ноябрҙә төндә баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтерҙе, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.
Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән ерҙә 14 Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан – Өфөнөң ете районы вәкилдәренән торған делегация ҡаршы алды. Улар шыршының матурлығы, бейеклеге буйынса баһаланы һәм Башҡортостандың баш ҡалаһына инергә «рөхсәт» бирҙе. Юл-патруль хеҙмәте автомобилдәре оҙатыуында ул ҡала урамдары буйлап Өфө хакимиәте алдына килтерелде, бында уның хөрмәтенә йырлы-моңло, әйлән-бәйләнле тамаша ойошторолдо.
«Шыршыны ай ярым элек үк һайлағайныҡ. Уның бейеклеге – 30 метр самаһы, ә йәше – 90 йылдан ашыуыраҡ. Шуға ул «оло йәштәге ханым». Тиҙҙән уны биҙәү, майҙанда иһә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү эштәре башланыр», – тине Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы идара итеүсеһенең урман хужалығы буйынса урынбаҫары Зәбир Сафин.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары түбәндәге майҙансыҡтарҙа буш ваҡытын үткәрә, балалар менән ял итеү мөмкинлегенә эйә:
Орджоникидзе районында — Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Яңы Черкассы, Тимашев һәм ИҫкеТурбаҫлы ҡасабаларында.
Совет районында – Өфө балалар филармонияһы алдында.
Дим районында — «Орион» ижад йорто скверында.
Калинин районында – «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт йорто һарайында, Инорс һәм Шакша биҫтәләрендә.
Киров районында – Мөбәрәков һәм Софья Перовская урамдары сатында.
Ленин районында – «Тулҡын» скверы алдында, «Нижегородец» стадионында.
Октябрь районында –«Ҡашҡаҙан» паркында, Спорт һарайы алдындағы майҙанда, Нуғай ҡасабаһында. Ҙур сауҙа комплекстары алдында ла Яңы йыл шыршылары ҡуйыла.
Читайте нас: