“Россия живет” форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән иҡтисади санкциялар тураһындағы һорауҙы АҠШ конгресына бирергә ҡушты.
“Улар иғлан итте, уларҙанҙ һорарға кәрәк ҡасан бөтөрәсәктәрен”, - тине ул.
Путин башта санкциялар иғлан итә башлағас хәүефләнеүе тураһында һөйләне. “Кире яҡтары бар, әлбиттә, әммә нәтижәлә беҙҙең иҡтисад өсөн яҡшы булып сыҡты”, - тине Рәсәй лидеры.
Был санкциялар бумеранг барлығын тағы бер күрһәтте: Рәсәйгә ҡаршы иғлан иттеләр, әммә үҙҙәре зыян күрҙеләр. “Үҙ аяҡтарына үҙҙәре атты”, - ти Путин.