Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 14:35

Тәртипһеҙ водителдәргә көн бөттө

Рәсәй Транспорт министры Евгений Дитрих автомобиль йөрөтөүсенең тәртибен машина эсендә күҙәтеп барыуға тәғәйенләнгән камералар етештерелә башлауын хәбәр итте.Әлегә ҡәҙәр водителдың арыуын йәки йоҡлап китә башлауын иҫкәртә торған камералар бар ине инде. Яңы төр камералар водителдың иғтибары юлдан ситкә тайпыла башлаһа, йәиһә кеҫә телефонына тотона башлаһа, тауышлы сигнал бирәсәк. Был камералар ярҙамында юл инспекторҙары водителдың хәрәкәт иткәндә эш тәртибен дә тикшерә аласаҡ. Әлеге камералар йәмәғәт транспорты һәм такси машиналарына урынлаштырыласаҡ. Йәмәғәт транспортында халыҡты хеҙмәтләндереүсе водителдың иғтибары ситкә йүнәлергә тейеш түгел. Водителдәр юлдарҙағы хәүефһеҙлек һәм кеше ғүмере өсөн яуап бирә бит, - тине транспорт министры Евгений Дитрих.

Читайте нас: