Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 11:15

Яңы мөмкинлектәр асыла

Ошо көндәрҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш" йүнәлеше буйынса Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында заманса компьютер томографы урынлаштырылды.

Ошо көндәрҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш" йүнәлеше буйынса Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында заманса компьютер томографы урынлаштырылды.
Яңы аппаратта тикшеренеүҙәр үткәрелә башланы ла инде.
- Яңылыҡ өр-яңы мөмкинлектәр аса. Программа баш мейеһендәге ҡан тамырҙарының тромбтар менән тығылыу урынын асыҡлай ала, - ти дауахананың баш табибы Евгений Кустов. - Шулай уҡ һүрәттәр сифаты яҡшырҙы, тикшереү ваҡытының ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһәндә нурланыу кимәле кәмене.
Компьютер томографы төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң ҡулланыла. Был ысулдың мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең сифатлы булыуы табиптарға хирургия йәки терапия патологияһын аныҡ асыҡларға булышлыҡ итә.
Читайте нас: