Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 10:55

Ирек Сәғитов – Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры

Ирек Сәғитов Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Уның тәғәйенләнеүе тураһындағы указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.«Башинформ» агентлығына Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ирек Сәғитов Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеттары эше, шулай уҡ көс структуралары менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуап бирә.Ирек Сәғитов 1969 йылдың 11 июлендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Өфө автотранспорт техникумында ВЛКСМ секретары булып башлай.1992–2000 йылдарҙа – Башҡортостан Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядында милиционер, бүлек командиры, взвод командиры, командир урынбаҫары, оператив рота командиры.2000–2003 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядында техника һәм ҡоралландырыу буйынса отряд командиры урынбаҫары.2003 йылда – Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры урынбаҫары.2003–2016 йылдарҙа – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры.2016–2018 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры.2018–2019 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары.Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. http://www.bashinform.ru/news/1382198-vitse-premerom-pravitelstva-bashkirii-stal-irek-sagitov/

Ирек Сәғитов Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Уның тәғәйенләнеүе тураһындағы указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ирек Сәғитов Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеттары эше, шулай уҡ көс структуралары менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуап бирә.
Ирек Сәғитов 1969 йылдың 11 июлендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Өфө автотранспорт техникумында ВЛКСМ секретары булып башлай.
1992–2000 йылдарҙа – Башҡортостан Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядында милиционер, бүлек командиры, взвод командиры, командир урынбаҫары, оператив рота командиры.
2000–2003 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядында техника һәм ҡоралландырыу буйынса отряд командиры урынбаҫары.
2003 йылда – Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры урынбаҫары.
2003–2016 йылдарҙа – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры.
2016–2018 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды командиры.
2018–2019 йылдарҙа – Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1382198-vitse-premerom-pravitelstva-bashkirii-stal-irek-sagitov/
Читайте нас: