Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 17:45

Белорет та артта ҡалыусылар иҫәбендә

Быйылға ремонт эшләргә тип билдәләнгән дүрт мең подъездың 2 855-е әҙер.

Быйылға ремонт эшләргә тип билдәләнгән дүрт мең подъездың 2 855-е әҙер.
Был турала бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында хәбәр ителде. Төбәк операторы Павел Сафоновтың сығышынан күренеүенсә, әле эш 3 914 подъезда бара. Ошо эштә артта ҡалыусылар исемлегендә – Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Мәләүез һәм Белорет райондары.
– Подъездарҙы ремонтлауҙың әлеге программаһының төп ыңғай һөҙөмтәһе шунда – беҙ хәҙер нимә теләүебеҙҙе аныҡ беләбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Графиктан бер аҙ арттараҡ ҡалабыҙ, ләкин бының объектив сәбәптәре лә бар: эш ауыр башланып китте. Шул уҡ ваҡытта иҫкәртергә лә теләйем: ремонт талап ителмәгән подъездарҙы ла исемлеккә индереп, күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға ынтылырға ярамай. Эште ысынлап талап ителгән урындарҙа һәм сифатлы башҡарырға кәрәк.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас: