Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 12:50

Өфөлә Яңы йыл шыршыһын ҡуйҙылар

26 ноябрь Өфөнөң Совет майҙанында Яңы йыл шыршыһын урынлаштырҙылар. Уның бейеклеге 28 метр. Был майҙанда 5 йыл дауамында шыршы ҡуйғандары булмағайны, әммә быйыл традицияны яңыртырға булдылар.Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында 10 декабргә тиклем Яңы йыл шыршылары ҡуйыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.«Республикала 1099 боҙ ҡаласығы төҙөү күҙаллана. Был 2018 йылға ҡарағанда 11% күберәк, — тип белдерҙе вице-премьер. — Шулай уҡ 566 һырғалаҡ һәм 1266 боҙ тауы була. Республика ҡалаларын һәм райондарын 1782 шыршы биҙәй».Башҡортостан хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала 1634 – «тере», 139 – яһалма һәм 9 пиксель шыршы ҡуйыла. Һуңғылары – ошо йылдың яңылығы. Иң бейек – 32 метрлыҡ пиксель шыршыны Өфөлә «Торатау» конгресс-холы янында күрергә мөмкин. Ошондай урман ҡупшыҡайҙары Стәрлетамаҡта (24 метр), Октябрьскийҙа (18 метр), Сибайҙа (14 метр), Салауатта (18 метр), Ағиҙелдә (14 метр), Ишембайҙа (18 метр), Күмертауҙа (18 метр) һәм Нефтекамала (18 метр) ла була.Шулай уҡ Башҡортостан ҡалалары юл өҫтөндәге иллюминациялар менән биҙәлә. Муниципалитеттарҙа 600-ҙән ашыу яҡтыртҡыс арт-объекттар барлыҡҡа килә.«Республика һәм Италия компанияһының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Өфөнөң төп майҙандарында байрам иллюминацияһы менән инеү урындары була. Биҙәкле панно Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ҡуйылғандарына оҡшаш», — тине Борис Беляев.БАШИНФОРМ.

26 ноябрь Өфөнөң Совет майҙанында Яңы йыл шыршыһын урынлаштырҙылар. Уның бейеклеге 28 метр. Был майҙанда 5 йыл дауамында шыршы ҡуйғандары булмағайны, әммә быйыл традицияны яңыртырға булдылар.
Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында 10 декабргә тиклем Яңы йыл шыршылары ҡуйыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
«Республикала 1099 боҙ ҡаласығы төҙөү күҙаллана. Был 2018 йылға ҡарағанда 11% күберәк, — тип белдерҙе вице-премьер. — Шулай уҡ 566 һырғалаҡ һәм 1266 боҙ тауы була. Республика ҡалаларын һәм райондарын 1782 шыршы биҙәй».
Башҡортостан хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала 1634 – «тере», 139 – яһалма һәм 9 пиксель шыршы ҡуйыла. Һуңғылары – ошо йылдың яңылығы. Иң бейек – 32 метрлыҡ пиксель шыршыны Өфөлә «Торатау» конгресс-холы янында күрергә мөмкин. Ошондай урман ҡупшыҡайҙары Стәрлетамаҡта (24 метр), Октябрьскийҙа (18 метр), Сибайҙа (14 метр), Салауатта (18 метр), Ағиҙелдә (14 метр), Ишембайҙа (18 метр), Күмертауҙа (18 метр) һәм Нефтекамала (18 метр) ла була.
Шулай уҡ Башҡортостан ҡалалары юл өҫтөндәге иллюминациялар менән биҙәлә. Муниципалитеттарҙа 600-ҙән ашыу яҡтыртҡыс арт-объекттар барлыҡҡа килә.
«Республика һәм Италия компанияһының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Өфөнөң төп майҙандарында байрам иллюминацияһы менән инеү урындары була. Биҙәкле панно Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ҡуйылғандарына оҡшаш», — тине Борис Беляев.
БАШИНФОРМ.
Читайте нас: