Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 11:15

Ауыл мәктәптәре һанлы технологияларға көйләнә

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Өфө районының Миловка ауылы мәктәбе уҡыусылары ла “Мәғариф” милли проектына ярашлы виртуаль лабораторияны үҙләштерә.

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Өфө районының Миловка ауылы мәктәбе уҡыусылары ла “Мәғариф” милли проектына ярашлы виртуаль лабораторияны үҙләштерә.
Быйыл яңы уҡыу йылы башланыр алдынан белем усағында ике компьютер класы йыһазландырылған. Бөгөн нәҡ уларҙа физика, химия һәм география дәрестәре үткәрелә. Шулай булғас, класс таҡтаһы, аҡбур, авторучка яйлап ҡына артҡы планға күсә. Әйткәндәй, ҡыҙҙар һәм малайҙар күптән инде гаджет менән иркен эш итә.
– Дәрестә балаларҙың яңылыҡҡа ҡыҙыҡһыныуын күреү шатлыҡлы, – тип һөйләй Миловка урта мәктәбенең химия уҡытыусыһы Лилия Шикалова. – Әлбиттә, тәүҙә һәр ауырлыҡты бергә-бергә еңеп сыҡтыҡ, әле һөҙөмтәләр күҙгә күренә. Бер һүҙ менән әйткәндә, заман менән бергә атларға кәрәк, уның уңайлы булыуын телгә алыу артыҡ. Ауылда ла төплө белем алыу өсөн шарттар етерлек.
Бында кабинеттар интерактив таҡта менән йыһазландырылған, йәнә һәр парталағы планшет уҡытыусының компьютерына тоташтырылған. Ғөмүмән, һанлы мәғариф мөхите белем усағына күптән килеп ингән. Педагогтар электрон журнал тултыра, ә ҡыҙҙар һәм малайҙар электрон көндәлек буйынса өйгә эште әҙерләй.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: