Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша украин коллегаһы Владимир Зеленский менән әңгәмәләште.
Һөйләшеү “норманд форматы”ндағы осрашыу алдынан Киевтың инициативаһы буйынса үткәрелде. Был осрашыу 9 декабрҙә Парижда була.
Әңгәмәлә Керчь боғаҙында тотолған караптарҙы Киевҡа тапшырыу мәсьәләһе күтәрелде. Мәғлүм булыуынса, былтыр ноябрҙә өс хәрби карап Рәсәй сиген боҙғанда ҡулға алынғайны. Дәүләт башлыҡтары шулай уҡ газ проблемаһы, атап әйткәндә, Украинаны Рәсәйҙең зәңгәр яғыулығы менән туранан-тура тәьмин итеү буйынса фекер алышты.
Президентар төрлө кимәлдәге бәйләнештәрҙе дауам итергә килеште.
Фото: news.rambler.ru. "Башҡортостан" гәзимте сайтынан.