Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 18:15

Сәксәк зыянлымы?

Сәксәк кеше сәләмәтлеге өсөн бик зыянлы ризыҡ тип һанала. Был хаҡта "Аргументы и факты" гәзитенә диетолог Людмила Зотова һөйләгән. Милли ризыҡтарҙан һаналған майҙа ҡыҙҙырылыусы "ҡош телдәре" һәм пончиктар ашау ҙа бер ҙә файҙаға түгел, ти ул.Диетолог әйтеүенсә, был тәм-томдар составында шәкәр һәм трансмайҙар күп. Татлы ризыҡтың составында ни ҡәҙәр ҡатлаулыраҡ, шул тиклем зыянлыраҡ. Сәләмәтлеккә тыуҙырған хәүеф буйынса икенсе урында - сүпрәле ҡамырҙан бешерелгән десерттар. "Татлы, әммә зыянлы" исемлегендә төрлө шоколад батончиктары һәм кремдары күпереп торған торттар ҙа бар.Микробиология күҙлегенән аҡһымлы һәм һөт ризыҡтарынан яһалған барлыҡ десерттар ҙа хәүеф төркөмөнә инә. Ләкин бөтәһе лә улай ҡурҡыныс түгел. Десерттарҙың да зыянһыҙҙары бар. Мәҫәлән, еләк-емеш ҡаҡтары, зефир һәм әсе шоколад.

Читайте нас: