Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 11:20

Стәрлетамаҡта Башҡортостанда тәүге халыҡ мәшғүллеге буйынса моделле үҙәк асыласаҡ

Бер нисә аҙнанан Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостанда тәүге халыҡ мәшғүллеге буйынса моделле үҙәк асыласаҡ. Был пилот проекты. Тимәк, тиҙҙән ҡаланың мәшғүллек үҙәге яңы атама аласаҡ: "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәге.

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса беҙҙең республикала "Халыҡ мәшғүллегенә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүҙе тәьмин итеү өсөн хеҙмәт баҙарынының һөҙөмтәлелеген күтәреү" проекты ғәмәлгә ашырыла.
Әлеге үҙәк уның күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн эшләнгән эштәрҙең береһе. Унда эш эҙләүсе һәр бер кешегә айырым ҡараш буласаҡ, ти ойоштороусылар.
Тәүҙә үҙәктә "две жизненных ситуации и столько же бизнес-ситуаций работодателей" тигән принцип буйынса эшләйәсәктәр. Шулай уҡ бәләкәй балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш менән тәьмин итеү буйынса ла программа бар.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: