Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 11:05

«Афарин» Мәскәүҙә еңеүсе булды. Афарин!

Ошо көндәрҙә мәғариф өлкәһендә булған шатлыҡлы ваҡиға Интернет селтәрҙәрен һәм район-ҡала мәктәптәре уҡытыусыларын һөйөндөрҙө. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова (һүрәттә һулда) менән 21- се мәктәп уҡытыусыһы Баныу Астанова Мәскәүҙә “Рәсәй халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте: һаҡлау һәм үҫтереү” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланы. Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан тәүге тапҡыр ойошторолған конкурстың маҡсаты - Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә, традицион халыҡ мәҙәниәте ҡиммәттәрен киңерәк өйрәнеүгә, таратыуға, илебеҙҙә йәшәгән милләттәрҙең рухи мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау ине.

Әйтергә кәрәк, бындай күләмле конкурстарҙы уҙғарыуға ил Президенты Владимир Путиндың Май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты булышлыҡ итә.
Әлбиттә, Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашыу ул ҙур әҙерлек, яңы ысулдар, алымдар, үҙ проектыңды ышаныслы яҡлау һәм башҡаларға күрһәтә һәм еткерә белеүҙе, уны мәктәптә уңышлы ҡулланыуҙы талап итә.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 51 төбәгенән 266 ғариза ҡабул ителгән, улар араһынан 110 проект төрлө номинациялар буйынса еңеүсе тип табылған, шул иҫәптән биш проект - Башҡортостандан.
Белореттан конкурсҡа ебәрелгән "Афарин" уҡыу ҡулланмаһы өҫтөндә башҡорт теле уҡытыусылары Баныу Астанова, Сулпан Уйылданова, Илсиә Нафиҡова, Гөлсибәр Шакирова, Сания Шәғәлиева эшләй. Ошо ҡулланманы уҡытыусылар ике йыл дауамында төҙөй, тулыландыра. Яңы программаға “Афарин” тип исем бирелә. 2018 йылдың декабрендә районда “Афарин” альтернатив уҡытыуметодик комплексы” ҡулланмаһы буйынса уҡытыусылар кәңәшмә үткәрә. Уҡыу йылы башланыр алдынан мәктәп етәкселеге ата-әсәләргә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән альтернатив уҡытыу программаһын тәҡдим итә. Мәктәп уҡытыусылары быйылғы уҡыу йылынан башҡорт телен уҡытыуҙы, сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына таянып, “Афарин” буйынса уҡыта башлай. Уның буйынса балалар башҡорт телен аҙнаһына берәр сәғәт өйрәнә. Программа йылына һәр береһе бишәр сәғәттән торған ете модулде үҙ эсенә ала. Уҡыусыларға дәрестәрҙә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса белем бирелә. Ата-әсәләргә лә был уҡытыу ҡулланмаһы оҡшай.
Мәскәүҙә Баныу Астанова менән Сулпан Уйылданованың сығышы бик йылы ҡабул ителде. “Муниципаль кимәлдәге иң яҡшы практика” номинацияһында Баныу Астанова “Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен һәм Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса “Афарин” альтернатив уҡытыу-методик комплексы” проекты менән еңеүсе тип табылды, Сулпан Уйылданова Бөтә Рәсәй конкурсында “Йәмәғәтселек менән берҙәм эшләү - яҡшы практика” номинацияһында еңеү яуланы, Диплом менән бүләкләнделәр.
Шулай уҡ был ҡулланма өҫтөндә эшләгән Илсиә Вәлиулла ҡыҙы, Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы, Сания Бәхтийәр ҡыҙы ла Дипломдарға лайыҡ булды. Бынан тыш, Сулпан Мәүләүи ҡыҙы менән Баныу Зарим ҡыҙына Рәсәйҙә уҡытылып килгән туған телдәр буйынса әҙерләнгән форумда ҡатнашыу бәхете тейә. Унда 2000 йылдарҙан алып ошо фәндәрҙе уҡытыуға тулы анализ яһалған сығыштар тыңлана.
Уҡытыусыларҙың был дөйөм эшенең ҙур еңеүгә лайыҡ булыуы методик ҡулланманы баҫтырып сығарып, республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә ҡулланырға тейеш булыуын күрһәтә түгелме һуң? Оҙаҡ йылдар башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытҡан уҡытыусыларҙың тормош, эш тәжрибәһенән сығып төҙөлгән был ҡулланма, һис шикһеҙ, яҡлау табыр тип ышанғы килә. Ә еңеү яулаған уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе һәм һоҡланыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Афарин, белореттар!
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: