Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 19:00

Әрмегә китте егеттәр

Баш ҡаланан хәрби эшелон составында 200 егет хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Оҙатыу сараһында Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, хәрби комиссариат, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре, буласаҡ һалдаттарҙың яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.

Поезд Владивостокка тиклем бара. Юлда хәрби эшелонға тағы бер нисә йөҙ кеше ултыра. Бойороҡҡа ярашлы, уларҙың бер өлөшө хәрби хеҙмәт үтеү өсөн Новосибирскиҙа һәм Себерҙең, Алыҫ Көнсығыштың башҡа ҡалаларында төшөп ҡала.
Быйыл Башҡортостандан йәмғеһе 4603 егет әрме сафын тулыландырасаҡ. Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бѳрйән райондары хәрби комиссариатынан кѳҙгѳ саҡырылыуға 192 кеше алыныуы кѳтѳлә, шуларҙың 63-ѳ Бѳрйән районынан булһа, 121-е Белорет ҡалаһы һәм районынан.
Кѳҙгѳ саҡырыу 31 декабргә тиклем дауам ҡыласаҡ.
Читайте нас: